Биография равиля бикбаева на башкирском языке

Биография равиля бикбаева на башкирском языке

09.10.2012 Рауил БИКБАЕВ: Башҡортостан бында башлана

Сөн ярынан алыҫтарға баҡтым,
Офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,
Бар тарафта донъя ниндәй яҡты,
ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты:
Башҡортостан бында башлана!

Сөн ярынан алыҫтарға баҡтым,
Офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,
Бар тарафта донъя ниндәй яҡты,
ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты:
Башҡортостан бында башлана!

Туҡтап ҡалдым Яйыҡ туғайында,
Аҡ нур яғыла кеүек һәр ҡайындан,
Талпына ла күңелем күктә тулай,
Яҙ айында һабан турғайылай:
Башҡортостан бында башлана!

Башҡортостан мине ҡаршы ала,
ҡайтһам һыуҙар кисеп, ил урап,
ҡабырғаһын, һыртын бора
белмәй,
ҡояш кеүек ҡарай туп-тура.

Республикам, бына башландың! –
тип
Әйткәнемдә ергә ҡапланып,
Ишетәмен ерем ҡуйынынан
Сабыр ғына тауыш аҡҡанын:

Яйыҡ туғайынан Сөн ярына,
Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрле
Йәйрәп ятҡан ерҙең күңелеңә
Һәр ҡарышы,
Һәр ҡарашы, беләм, ҡәҙерле.

ҡайтҡан һайын һыйынырһың миңә,
Берсә көлөп, берсә уйланып.
Тик мин һуҡмаҡтарҙан ғына түгел,
Башланам бит һинән, уланым.

Мин бит башланамын һинән, унан,
Кешеләрем, һеҙҙән башланам!
Юлдар һеҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй,
Яҙмыш һеҙҙе ҡайҙа ташламай…

Ә мин мәңге бында – Уралымда,
Тик булмышым инде өр-яңы:
Минең янға донъя килмәһә лә,
Үтеп сыҡтым бөтә донъяны.

Моң-шатлығын илдең тигеҙ күреп,
Ил алдында һүҙен тиң әйтеп,
Уландарым ҡайҙа ғына йөрөмәй,
ҡоласымды минең киңәйтеп.

«Башҡортостан!» – тиеп,
улдарыма
Алыҫ ҡитғаларҙа ҡарай ер.
Кешем намыҫында кер күрһәләр,
Ғәрлегемдән йөҙөм ҡарайыр.

Мин башланам һеҙҙән,
кешеләрем!
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.
Йөҙөгөҙ аҡ булһын,
Минең кеүек,
Минең кеүек, Башҡортостан
кеүек,
Был донъяға тура ҡарарлыҡ.
1974.

Источник

Описание презентации по отдельным слайдам:

Рауил Бикбаев (1938) Төнгө күккә баҡһам, уйлап ҡуям: Етегән йондоҙ- ете ырыуымдың Күккә тишеп һалған тамғаһы.

Рауил Бикбаев – алтмышынсы йылдарҙан бирле башҡорт шиғриәтенең үҫеш юлын билдәләүсе һүҙ оҫталарының береһе.

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

Туған телем минең! Күпме һүҙең Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана. Тамырыңды уйлап ғорурланам, Бөгөнгөңдө күреп хурланам. Туған телкәйемдең хәлдәренән Бәғерҙәрем яна, теленә. Халҡыма мин ошо хатты яҙам, Оран һалам башҡорт иленә. Халҡыма хат

Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ (поэманан өҙөк) Башҡортостан! Һине иңләп-буйлап, Аяҡтарым барыбер талмаған. Иҙел кистем. Илдең моңон эстем. Ирәмәлдән еттем Камаға.

Р. Ҡолдәүләт премияһын тапшырыу тантанаһында. Әбйәлил районы

Яҙыусылар съезы. 2011 йыл.

Г. 1940 й. Б. 1939 й. А. 1937 й. В. 1938 й. Рауил Төхфәт улы Бикбаев нисәнсе йылда тыуған?

Рауил Бикбаев ҡайҙа тыуған? А.Ырымбур өлкәһе Покровка р-ны Үрге Ҡунаҡбай ауылы; Б. Ғафури р-ны Сәйетбаба ауылы В.Ырымбур өлкәүе Ҡыуандыҡ р-ны Аҡсура ауылы; Г.Ҡырмыҫҡалы р-ны Үтәгән ауылы;

Рауил Бикбаев 1953-1956 йылдарҙа ҡайҙа уҡый? А. Ғәбдерәфиҡ ауылында; Б. Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһында; Г. Башҡорт дәүләт университетында. В. Өфө ҡалаһы Фәндәр академияһында;

А. Ғ.Сәләм премияһы; Б.С.Юлаев исемендәге премия; Г. З.Биишева премияһы. В. Халыҡ шағиры; Р.Бикбаев ниндәй юғары исемгә лайыҡ булған?

Г. 1975 й. Б. 1986 й. А. 1985 й. В. 1995 й. Нисәнсе йылда Р.Бикбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе итеп һайлана?

Б. “Шағир һүҙе – кеше намыҫы”; А. “Яҙыусы һүҙе – кеше яҙмышы”; Г. “Дала офоҡтары”. В. “Шағир һүҙе – шағир намыҫы”; 1997 йылда әҙәби-фәнни эшмәкәрлегенең тос емеше булған ниндәй йыйынтығы донъя күрә?

Рауил Бикбаевтың шиғырҙары республика матбуғатында нисәнсе йылдан бирле баҫылып килә? Г. 1958 й. Б. 1957 й. А. 1956 й. В. 1975 й.

«Вокзал» исемле тәүге поэмаһы ҡайһы журналда баҫыла? А. “Пионер”; В. “Ағиҙел”; Г. “Ватандаш”. Б. “Шоңҡар”;

Р.Бикбаевтың тәүге шиғырҙар йыйынтығы? А. «Ғүмер уртаһы»; Б. “Дала офоҡтары”; Г. “Автобиография”. В. “Ҡош юлы”;

Рауил Бикбаев поэзияһының офоҡтарға киңәйә барыуын күрһәтеп торған китабы? А. “Дала офоҡтары”; Б. “Автобиография”; Г. “Ғүмер уртаһы”. В. “Ҡош юлы”;

Читайте также:  Где учить английский язык за рубежом

Р.Бикбаев халыҡ ижадына хас булған поэтик диалог алымын ниндәй әҫәрендә ҡуллана? А. «Ғүмер уртаһы»; Б. “Ваҡыт менән һөйләшеү”; Г. “Автобиография”. В. “Ҡош юлы”;

Г. “Халҡыма хат”. А. “Урал йөрәге”; В. “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”; Б. “Ағиҙелкәй”; “Юл күрһәтеп алға тәгәрләне, Ағиҙелем көмөш йомғағым. Ирәмәлдән Кама һыуына тиклем Күп йотлоҡтом йырына йылғаның. ” – был юлдар ниндәй поэманан?

Ниндәй китапта Р.Бикбаев шағир шәхесенең һәм туған халҡының күңел биографияһын һүрәтләүҙе маҡсат итә А. «Ғүмер уртаһы» Б.“Автобиография” Г. “Дала офоҡтары” В. “Ҡош юлы”

Рауил Бикбаевтың Мәскәүҙә “Время.Поэт.Народ” тигән исемдә донъя күргән йылъяҙмаһы? А. “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” Б. “Замандың шиғри йылъяҙмаһы”; Г. “Заман шағиры йылъяҙмаһы”. В. “Ваҡыт менән һөйләшеү”;

Г. «Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады». Б. “Мостай Кәрим. Тормошо һәм ижады”; А. “Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады”; В. “Салауат Юлаев. Тормошо һәм ижады”; Рауил Бикбаев ниндәй талантлы шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеп, ҙур монография яҙа?

Шағирҙың үҙенең дә, туған халҡының да күңел биографияһы асыҡ булып күҙ алдына баҫҡан әҫәрҙәре? Г.“Имән”,”Аҡ-Булаҡ”,”Ҡурай” Б. «Кеше», «Икмәк»; А. “Ер”, “Кеше”; В. “Уңдым”, “Ер”;

“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында лирик герой “аҡ сәфәргә” кем менән юллана? Г. Ағиҙел йылғаһы менән; Б. Һаҡмар йылғаһы менән; А. Дим йылғаһы менән; В. Башҡортостан менән;

Номер материала: ДБ-1231955

Не нашли то что искали?

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Подарочные сертификаты

Ответственность за разрешение любых спорных моментов, касающихся самих материалов и их содержания, берут на себя пользователи, разместившие материал на сайте. Однако администрация сайта готова оказать всяческую поддержку в решении любых вопросов, связанных с работой и содержанием сайта. Если Вы заметили, что на данном сайте незаконно используются материалы, сообщите об этом администрации сайта через форму обратной связи.

Все материалы, размещенные на сайте, созданы авторами сайта либо размещены пользователями сайта и представлены на сайте исключительно для ознакомления. Авторские права на материалы принадлежат их законным авторам. Частичное или полное копирование материалов сайта без письменного разрешения администрации сайта запрещено! Мнение администрации может не совпадать с точкой зрения авторов.

Источник

Рауил Бикбаев. Тормош. Тарих.

Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. “Карауанһарай”, “Баҙар балтаһы”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаларында, “Халҡыма хат” шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә. Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

Просмотр содержимого документа
«Рауил Бикбаев. Тормош. Тарих.»

Тормошо h ә м Ижады

Ул шулай уҡ сәсән телле зат булған. Ауылдағы төрлө хәлдәр,ҡылымһыр ҡылыҡтар тураһында төртмә таҡмаҡтар сығарырға яратҡан.

Кесе улы Ғизетдин Алыҫ Көнсығышта һалдат хеҙмәтендә вафат булғас, уға оло бәйет бағышлаған.

Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә. Күренекле шағир, әҙәбиәт белгесе,1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында ауылында тыуып үҫкән

Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә.

Төхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны булмаған яландарҙа халыҡ барыбер әмәлен тапҡан, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ғәйрәт туплай алған.

Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик күп нужалар күрә. Ыҙа-яфаларға сыҙай алмай, 1936 йылда ауылына ҡасып ҡайта.Армиянан ҡайтҡан Төхфәтулла Рәҡиәгә өйләнә, шулай ғына кире һөрөлөүҙән ҡотола

Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Аҙаҡ Аҡ-булаҡ Педагогия училищеһендә белем алғас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филология факультетында уҡый. Артабан Өфө Фәндәр академияһында аспирантура үтеп, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 30 йыл (1965-1995) тирәһе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп,

Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын,

Юлдарыма хафа менән бағам

Еткән саҡта ғүмерем уртаһы.

Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем

Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм,

Читайте также:  Зачем нужен иностранный язык сочинение рассуждение

Йондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым,

Мәғрур имән булып турайҙым.

Бөгөнгө көн менән төн шикелле

Бүленмәгән тигеҙ яҙмышым.

Үтә көнөм, төнөм хаҡлыҡ тиеп,

Ғәҙелһеҙлек менән алышып.

Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат.

Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар. Быуындарға ялғап быуындарҙы, Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын Ҡайһы быуаттарға яҙмаған. Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған, Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған, Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған, Тик моңонан, теленән яҙмаған

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003)

Ҡуҙғалды бар илдәр.

Һәр хәбәрҙе тертләй-тертләй көтәм.

Иҫкән ел дә гүйә уйҙарыма,

Юлдарыма мина һалып китә.

Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән,

Имандың һәр тармағына инан, тигән,

Иман нурын һанлаусының

Хикмәт тулы һүҙҙәренә

Һис шикләнмәй инан, тигән.

“ Хәҙистәр үҙҙәренең кешелеклеге, тәрән фәлсәфәһе, тапҡыр теле менән мине ғүмерлеккә арбаны», тип яҙа Рауил Бикбаев

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны

Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,

Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.

Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа

Тыуған илдең тыныс ар таңы. Дан һиңә, Башҡортостан! Илен һөйгән азат халҡына дан! Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә Сәскә ат, Башҡортостан!

(Р. Бикбаев менән Р. Шәкүр һүҙҙәре)

Мин аҡһаҡты бар яһаным — Аяҡлыға булһын һабаҡ. Мин сулаҡты бар яһаным — Зарланмаһын ҡуллы ҡабат. Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә — Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле. Мин телһеҙҙе бирҙем ергә — Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле. Бәндәләрҙән ҡаҙытамын Мәңгелек йорт — гүр-ҡәберҙе. Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр Нур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.

Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аспирантуранан һуң оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара. Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. “Дала офоҡтары” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. “Карауанһарай”, “Баҙар балтаһы”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаларында, “Халҡыма хат” шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә. Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

Ул Шəйехзада Бабич, Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа еткереүгə күп көсһалды, Мостай Кəрим, Баязит Бикбай, Рəшит Ниғмəти һəм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы,башҡорт əҙəбиəтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.

Рауил Бикбаевтың Өфөлə, Мəскəүҙə, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдəрендə егерменəн ашыу китабы баҫылды.

Шиғриəттəге һəм фəн өлкəһендəге хеҙмəттəре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ

шағиры тигəн исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре, Башкортостандың Салауат

Юлаев исемендəге дəүлəт премияһы, Ғəлимов Сəлəм исемендəге йəштəр премияһы, Рəми Ғарипов исемендəгепремиялар лауреаты.1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Источник

Бикбаев Рауил Төхфәт улы

Бикбаев Рауил Төхфәт улы (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).

Йөкмәткеһе

Биографияһы [ үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә ]

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый.

Читайте также:  Евро какой род в русском языке

1965 йылдан башлап СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.

Ижади эшмәкәрлеге [ үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә ]

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн башҡарған эштәре ҙур.

Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Источник

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация
презентация к уроку по теме

12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизни и творчества Рауиля Бикбаева.

Скачать:

Предварительный просмотр:

Подписи к слайдам:

Рауил Бикбаев. Биографияһын өйрәнеү. Эшләне: Баҡалы районы Яңы Маты төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт дәүләт теле уҡытыусыһы Хәсәнова Шәрифә Памир ҡыҙы

Ырымбур Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә.

Әҙиптең шәжәрәһе Аҫылгәрәй- Бикбай- Ҡотлоәхмәт- Хәсән- Мөхәмәтша-Шәрәфетдин-Төхфәтулла-Рауил

Ата һы Т өхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны булмаған яландарҙа халыҡ барыбер әмәлен тапҡан, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ғәйрәт туплай алған.

Әсәһе Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик күп нужалар күрә. Ыҙа-яфаларға сыҙай алмай, 1936 йылда ауылына ҡасып ҡайта. Армиянан ҡайтҡан Төхфәтулла Рәҡиәгә өйләнә, шулай ғына кире һөрөлөүҙән ҡотола

Бикбаевтар ғаиләһе Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр. 1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә

Белем алыу Ғабдрафиҡ-ете йыллыҡ мәктәп Аҡбулаҡ педучилищеһы Өфө дәүләт университеты Аҡбулаҡ студенты – 1954 йыл

Ҡош юлы ( 1967) Оло Башҡортостан, Уралтау образдары үҙе йәшәгән ғәзиз ил, урман-таулы, ҙур-ҙур йылғалы, ғәжәйеп бай тәбиғәтле, төрлө милләтле, алсаҡ күңелле уңған халыҡ йәшәгән гүзәл тараф булып һынлана

Автобиография ( 1969) Ғ. Сәләм премияһы Туған халҡының азатлыҡ өсөн көрәшкән атаҡлы Батырша, Юлай Аҙналин, Салауат батыр образдары урын ала. Йорт-ер, тыуған яҡ, Башҡортостан, оло Ватан образы менән бергә шағирҙың күңел биографияһының бергә береккән сағылышын күҙәтергә була

Лирика (1971) Лирика- шағирҙың күңел донъяһы көҙгөһө. Лирик герой нигеҙендә Рауил Бикбаевтың үҙ тормош юлына, характерына тығыҙ бәйләнешле кеше, шәхес яҙмышы ята

Ғүмер уртаһы (1976) Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп, Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын, Юлдарыма хафа менән бағам Еткән саҡта ғүмерем уртаһы. Үҙ быуыны-тиҫтерҙәренең уй-тойғолары, заман, кешелек яҙмышы тураһында лирик үткерлек һәм гражданлыҡ пафосы йырлай

Ерем балҡышы (1982) Уйҙарым, тауҙарҙан ашып, Ҡымыҙҙай тора ташып. Эш бүлмәм – Башҡортостаным, Өҫтәлем- Урал ташы. « Ерем балҡышы »- шағирҙың күңел балҡышы ул »- тип я ҙа Ғайса Хөсәйенов

Бураҙналар (1985) Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем Йондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым, Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм, Мәғрур имән булып турайҙым.

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны ( 2003 ) Ниндәй заман! Ҡуҙғалды бар илдәр. Һәр хәбәрҙе тертләй-тертләй көтәм. Иҫкән ел дә гүйә уйҙарыма, Юлдарыма мина һалып китә. Ил өҫтөнә килгән ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар хаҡында борсола, тынғы бирмәй әҙипкә

Йөҙ ҙә бер хәҙис (2001-2003) Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән, Имандың һәр тармағына инан, тигән, Иман нурын һанлаусының Хикмәт тулы һүҙҙәренә Һис шикләнмәй инан, тигән. “Хәҙистәр үҙҙәренең кешелеклеге, тәрән фәлсәфәһе, тапҡыр теле менән мине ғүмерлеккә арбаны », тип я ҙа Рауил Бикбаев

Источник

Интересные факты из жизни